«Урок по теме: «?ыш дауам ит?. Р??еш».»


Тема: Ҡыш дауам итә. Рәүеш.
Маҡсат:
Рәүеш тураһында дөйөм төшөнсә биреү;
Телмәр байлығын , һүҙлек запасын байытыу, үҫтереү;
Ҡышҡы тәбиғәткә ҡарата һөйөү, тәбиғәткә ҡарата иғтибарлыҡ, һаҡлыҡ тәрбиәләү.
Дәрес барышы:
Психолгоик инеш
Һаумыһығыҙ, балалар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе   сәләмләүҙән башлайыҡ. Бер-беребеҙгә ҡарайыҡ һәм йылмаяйыҡ.Һәр ваҡытта мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл булайыҡ.
-Әйҙәгеҙ, бер- беребеҙ менән йылмайып,иҫәнләшеп алайыҡ! (слайд 1)
Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!
Ҡояш, һауа, тыуған ер,
Йән тыныслығы бир.
Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек мин батыр.
1-се ҡар бөртөгө
“Психологик ситуация”
1. Слайд “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” фразаһы таҡтала яҙылған.
-Был һөйләмде нисек аңлайһығыҙ? (Тырыш, уңған кешеләр генә бар эште лә еңеп сыға…).
- Ниңә был мәҡәлде алдым дәрескә?
- Был мәҡәлдән сығып, бөгөнгө дәрестә беҙ нисек эшләргә тейешбеҙ? (Тырышып, ҡатнашып…)
2. Слайд. – Эйе, балалр, беҙ тырышып эшләгәс, уңыштарға, эште еренә еткеререгә, күп белем алырға ирешәсәкбеҙ. Тырышлыҡ+ иғтибарлыҡ+яуаплылыҡ+активлыҡ= уңыш. Уңыш формулаһын сығарҙыҡ. Беҙ эшкә тотонорға әҙер.
Һәр уңышығыҙҙы “Уңыш баҫҡысы” нда билдәләп барығыҙ.
Уҡыусылар, таҡтала беҙ ниндәй һүрәт күрәбеҙ? (Шыршы).
Әйе, балалар беҙ дәрес барышында шыршыны тылсымлы ҡар бөртөктәре менән биҙәйбеҙ.
Уҡыусылар, бөгөнгө дәресте башлар алдынан, мин һеҙгә һүрәт ҡарарға тәҡдим итер инем - был һүрәттең нимә аңлатҡанын беҙ дәрес аҙағында белербеҙ. (Эмблема 2017 год экологии)
2-се ҡар бөртөгө:
“Һүрәттәр”
Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу.
Артикуляцион минут
Слайдта шиғыр - Хәҙер иғтибар менән һүрәттәргә һәм слайдҡа ҡар
? - Нимә күрәбеҙ?( Ҡыш)
Һә

Укыусылар, иғтибар менән мине тыңлағыҙ әле. Һеҙҙең парталарығыҙҙа ҡырҡылған ҡағыҙҙыр ята, был ҡағыҙҙарҙы бергәләп йыйырға кәрәк һәм бер һүрәт килеп сығыр, шуннан беҙ бөгөнгө дәрестең темаһын белербеҙ.)
Әйҙәгеҙ әле, балалар һүрәттәге шиғырҙы уҡыйыҡ, дәрестең темаһын асыҡларбыҙ.
Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,
Ғәжәп матур көн бөгөн!
Ҡулға тотоп алғы килә
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.
С. Әлибай.
(Шиғырҙы бер нисә баланан ҡысҡырып уҡытыу).
Балалар, бөгөн көн ниндәй?
Балалар, тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, тәҙрәлә ҡар бөртөктәре – Бөгөн көн ниндәй икән ҡар бөртөктәренә ҡарап әйтәйек әле? (тәҙрәлә ҡар бөртөктәре, унда һүҙҙәр яҙылған – болотло, ҡояшлы, елле, ҡарлы, буранлы, һыуыҡ, йылы, аяҙ.)
Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу
3-сө ҡар бөртөгө:
“Дәфтәрҙә эш”
(теманы, шиғырҙы дәфтәргә яҙыу)
Ссылка (диск)
- Шулай иттереп беҙ дәрестә нимә асыҡларға тейешбеҙ?
- Эйе, бөгөн балалар беҙ дәресебеҙҙең темаһын әйтәйек әле - “Ҡыш дауам итә. Рәүеш” темаһын өйрәнәсәкбеҙ. Ҡышҡы тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡлыҡ тәрбиәләү, рәүеш тураһында белем биреү һәм телмәр. һүҙлек байлығын үҫтереү.
Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
Егерменсе февраль.
Дүшәмбе.
Класс эше.
“Ҡыш дауам итә”. Рәүеш.
Ынйы - ынйы ҡарҙар яуа,
Ғәжәп матур көн бөгөн!
Ҡулға тотоп алғы килә
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн/ С. Әлибай.
- Балалар, хәҙер беҙ нимә эшләйбеҙ?
- Беҙ шиғырҙа башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең аҫтына һыҙабыҙ.
Әйе, балалар, әйҙәгеҙ башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең аҫтына һыҙайыҡ.

Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү.
4-се ҡар бөртөгө:
“Нимә ул рәүеш?” Балалар, был шиғырҙың икенсе юлын уҡып үтәйек әле.
Ғәжәп матур көн бөгөн!
Балалар, “бөгөн” – һүҙе ниндәй һорауға яуап бирә?
Ҡасан?
Әйе, балалар ҡасан?- һорауына ниндәй һүҙ төркөмө яуап бирә?
Рәүеш.
Дөрөҫ, балалар, рәүеш рус телендә нимә аңлата?
(гиперссылка Рәүеш – ҡағиҙә)
5-се эш “Таблица менән эшләү”

6-сы эш:
“Ял минуты”
7-се эш: “Китап менән эшләү”
1-се күнегеү,
56-сы бит
Һүҙлек эше:

Һорау-яуаптар:


8 - се эш:
“Шыршыҡай” проект эше
9-сы эш:
“Ҡурай сәскәһе”
Рефлексия:
Өйгә эш:
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.
Өйгә эш биреү:
Дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
Рефлексия
Йомғаҡлау.
Сифат Рәүеш
сифат+исем рәүеш + ҡылым
һәйбәт малай – хороший мальчик һәйбәт уҡый – хорошо читает
матур ҡыҙ – красивая девочка матур уйнай – красиво играет
Ә хәҙер сифат менән рәүеште таблицала сағыштырып ҡарайыҡ әле.
Балалар, беҙ таҡтала нимә күрәбеҙ?
Таблица күрәбеҙ.
Ошо таблицаны, балалар беҙгә рәүеш һүҙҙәре менән тултырырға кәрәк.
Нисек? Ҡасан?
Белешмә өсөн һүҙҙәр: бөгөн, тиҙ, быйыл, башҡортса, кисә, мтаур.

“Тышта ҡар яуа” (йыр)
Балалар, әйҙәгеҙ әле дәреслек менән эшләп алайыҡ. Дәреслектә 56-сы биттәге Фәриҙә Мәҡсутова шиғыры “Ҡар бөртөктәре” танышайыҡ.
- уҡытыусы уҡый
Һүҙлек эше:
тоҡсай – мешок
келәм – ковер
ҡар бөртөктәре – снежинкйондоҙҙар – звезды
йымылдаҡ – блестящие
Сылбырлап уҡыу (по одному куплету читать)
Тәржемә итеү.
2-3-сө уҡыусы уҡый
Һорауҙар биреү:
Балалар беҙ шиғырҙан нимә белдек? (Беҙ шиғырҙан ҡар бөртөктәре тураһында белдек.)
Ҡар бөртөктәре нимәгә оҡшаған? (Ҡар бөртөктәре йондоҙҙарға, аҡ сәскәләргә оҡшаған.)
Ә һеҙ, балалар ҡар бөртөктәрен нимәләр менән сағыштырыр инегеҙ?
Әйе, балалар ҡыш көнө ҡар бөртөктәре ниндәй? (матур, ап-аҡ).
Балалар, таҡтала беҙ нимә күрәбеҙ?
Шыршы.
Эйе, балалар, әйҙәгеҙ әле парталағы карточкаларҙы алайыҡ һәм бирелгән текстағы һүрәттәр урынына һүҙҙәр ҡуйып уҡыйыҡ һәм шыршыны ҡар бөртөктәре менән биҙәйек. (текст слайдта, карточкаларҙа)
(Читаем текст и каждый ученик украшает елку снежиками, грибами, желудью, рыбкой и медом.)
Балалар, аҙаҡы ике һөйләмде иғтибарлап ҡарайыҡ әле. Һөйләмдәрҙән рәүештәрҙе табайыҡ. Дәфтәрҙәргә бер һөйләмде яҙып ҡуяйыҡ.
Шыршы шундай матур булып биҙәлгән.
Шыршы нисек биҙәлгән?
Йәнлектәр уның тирәһендә рәхәтләнеп күңел асҡан.
Йәнлектәр нисек ял иткән?
Балалар, 2017 йыл Башҡортостанда ниндәй йыл тип иғлан ителде?
Эйе, балалар
Бөгөн дәрестә минең кәйефем (күтәренке/моңһоу, бойоҡ) булды. Миңә уҡыу материалы (ауыр/еңел) бирелде. Дәрес миңә (оҡшаны/оҡшаманы).
Шиғырҙан 1 куплет ятларға.
“Ҡыш” – тураһында һынамыштар яҙып килергә.
“Ҡыш” тураһында һүрәт төшөрөргә.

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау .


Приложенные файлы


Добавить комментарий