Урок на тему современность


Урамда XXI быуат. Был быуат мин, минең дуҫтарым, яҡындарым, таныштарым һәм таныш булмағандарым йәшәгән ваҡыт . XXI быуат балалары булараҡ, заман талаптарына ярашлы йәшәйбеҙ һәм белем алабыҙ. Тормошобоҙҙа яңы, уңайлы технологиялар барлыҡҡа килеп кенә тора.Уларҙы дөрөҫ үҙләштерәбеҙ, файҙалы итеп өйрәнәбеҙ. Сөнки, яңы технологияларҙы өйрәтеүсе XXI быуат уҡытыусылары бар. Уҡытыусыларыбыҙ биргән белемдәрҙе ҡулланып, теләгән кеше менән аралашып, скайп аша һөйләшеү мөмкинлектәрен өйрәнәбеҙ, ҡулланабыҙ. Ниндәй ул XXI быуат уҡытыусыһы?- тигән һорауға мин һис икеләнмәй генә беҙҙең мәктәпте заман менән бергә алға алып барыусы, робототехника түңәрәге етәксеһе , белемле,алдынғы ҡарашлы , ҡыйыу информатика фәне уҡытыусыһы Инсур Рәмил улы Үтәбаев кеүек ,тип яуап бирер инем. Инсур Рәмил улы заман менән бергә йәнәш атлап барыусы уҡытыусыларыбыҙҙың береһе. Ул уҡыусыларҙың теләген иҫәпкә алып робот төҙөү студияһын булдырҙы. Был түңәрәктә 30 - ҙан ашыу XXI быуат уҡыусылары бик теләп йөрөй.Сөнки был тап заман талап иткән түңәрәктәрҙең береһе. Шөғөлләнеүселәре республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулап ҡына торалар. Күп тапҡыр Өфө, Ҡазан, Сибай, хатта баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә лә булып ҡайттылар. “Мәғлүмәтле кеше тотош донъя менән идара итә” тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Беренсе мәғлүмәт сараһы компьютерҙар булһа,икенсеһе газета - журналдар һәм радио- телевидение. Инсур Рәмил улы был йәһәттән дә артта ҡалмай,ә беренселектә тип әйтә алам. Яҙыусылар, журналистар мәктәп юлын һыуытмай, улар менән осрашыуҙар үтеп кенә тора. Был осрашыуҙар барыһы өсөн дә фәһемле һәм файҙалы. Радио һәм БСТ менән дә дуҫтарбыҙ.Төрлө сюжеттар төшөрәбеҙ һәм уҡытыусыбыҙ ярҙамында монтажлап мәктәп телевидениеһында күрһәтәбеҙ, БСТ- ға ла ебәрәбеҙ. Яңы заман технологиялары барлыҡҡа килеп тора, тиҙ генә иҫкереп тә тора.Беҙгә егерме беренсе быуат уҡытыусыһы,Үтәбаев Инсур Рәмил улы, белем биргәндә беҙ,егерме беренсе быуат балалары,бер яңылыҡтан да артта ҡалмаҫбыҙ, төрлө яҡтан да үҫешкән шәхес булып ,мәҙәниәтебеҙҙе хөрмәт итеп, әҙәбиәтебеҙҙе яратып илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып үҫербеҙ әле.

Приложенные файлы


Добавить комментарий