Сценарий праздника « ?аулы? – б?хет сы?ана?ы»



Һау кешегә таң да атты,
Йылмайып ҡояш ҡалҡты.
Ер – әсәбеҙҙе сәләмләп,
Көләс нурҙарын баҡты.
Һаумыһығыҙ ҡәҙерле ҡунаҡтар! Хәйерле көн бәйгелә ҡатнашыусы атайҙар, әсәйҙәр һәм дә уҡыусылар. Һеҙҙе барығыҙҙы ла беҙҙең мәктәптә күреүебеҙгә шатбыҙ!
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән « Һаулыҡ – бәхет сығанағы» тигән ғаилә байрамына йыйылдыҡ.
Бына бөгөн ошо залға мәктәптең иң сәләмәт, иң актив, иң өлгөлө, иң өлгөр һәм дә иң аҡыллы ғаиләләре йыйылған. Ошо бәйгелә улар үҙҙәренең көстәрен һынашырҙар, ә беҙ инде уларға көс – дәрт биреп, ҡулдарҙы йәлләмәй сабып, улар өсөн көйәйек.
Шулай итеп, һүҙҙе ғаиләләргә бирәйек.
1.Визитка. Командаларҙың сәләмләүе.
2. Разминка. Бына һеҙҙең һәр берегеҙгә шарҙар һәм фламастер- ҙар, тиҙ генә ошо шарҙарға үҙегеҙҙең кәйефегеҙҙе төшөрөп ҡуйығыҙ.
Молодцы, ошондай күтәренке кәйефегеҙ бәйге бөткәнсе һаҡланып ҡалһын.
3. Разминка дауам итә. Ошо шарҙарҙы ҡайһы команда тиҙерәк уратып килтерә.
4. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, ти халыҡ. Былай бик шәп йүгерәһегеҙ икән, ә хәҙер, бер аҙ йүгереүҙән ял итеп, һорауҙарға яуап биреп алайыҡ.
( Һорауҙарға яуаптар биреү).
«Кем иң шәбе». Хоккей таяғы менән тупты уратып килтереү. Бер – бер артлы бала, әсәй, атай.
Скакалка менән эстафета.Балалар ике аяҡлап скакалка менән һикереп аралыҡты үтә, әсәйҙәр – бер аяҡта ғына скакалка менән һикерә, атайҙар шулай уҡ дауам итә.
Ракетка менән эстафета. Теннис тубы һалынған ракетка менән, бирелгән аралыҡты урау.
Туптар менән эстафета.
Скамейкаларҙа ярыш. Скамейканы шыуышып үтеү.
Суперэстафета. Мишәк менән йүгереү,обруч аша йүгереү, обруч менән атай йүгереп бирелгән араны үтеп, әсәйҙе эләктереп алып китә, һуңынан Баланы алып китәләр, кем тиҙерәк.
Йомғаҡлау.

Приложенные файлы


Добавить комментарий