«Конспект урока по родному башкирскому языку на тему «?ушма ?????р «


Тема: Ҡушма һүҙҙәр.
Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.
Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиапроектор, экран, М.Кәримдең портреты, башҡорт теленең алфавиты.
Уҡыу- методик комплект: УМК Башҡорт теле. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 3- сө класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. 2- се киҫәк.- Өфө: Китап, 2012. - Һүрәттәре менән 148 бит. ( авт. Сынбулатова Ф.Ш., Вәлиева Г.Ә.
Маҡсат:
Шәхси өлкәһендәге үҫеш: башҡорт теленә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, тирә- яҡҡа һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәтеү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: дәрестәге биремдәрҙе шартына ҡарап эҙмә- эҙлекле үтәү, дөрөҫлөгөн тикшереү, үҙеңдең һәм класташтарыңдың эшен баһалау, сағыштырыу.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә ҡушма һүҙҙәргә дөйөм төшөнсә биреү, анализлау, һығымта яһау.
Дәрес барышы.
I.Психологик комфорт булдырыу.
1.Шиғриәт минуты.Талғын ғына музыка уйнай.
Башҡортостан картаһына ҡараһаң, яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың бер япрағы ни бары!
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй
Шундай йәшел, юғары. ( слайд 1)
2.Дежур менән әңгәмә үткәреү.
II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
1.Башватҡыс. ( слайд 2)
- Уҡыусылар, экрандағы һандарға ҡарап, дәрестең темаһын билдәләгеҙ. Был эште башҡарыр өсөн алдығыҙҙағы алфавит менән ҡуллана алаһығыҙ.Эште нимәнән башлайбыҙ ?
Һәр уҡыусының алдында башҡорт теленең алфавиты. Һандар аша уҡыусылар хәрефтәрҙе табып, дәрестең темаһын уҡып ишеттерәләр.
-Тимәк, бөгөнгө тема ҡушма һүҙҙәр.
-Ни өсөн һүҙҙәр ҡушма һүҙҙәр тип атала?
-Улар нисек яһала ?
-Ҡуш һүҙе нимәне аңлата?
2. “Яртыһын тап” уйыны.
- Уҡыусылар, беҙ ниндәй милләттән?
- Беҙ йәшәгән республика нисек атала?
Бөгөнгө дәресте беҙ М.Кәримдең “Башҡортостан” тип аталған шиғыр юлдары менән юҡҡа ғына башламаныҡ. Беҙҙҙең Башҡортостан йылға-күлдәргә, ҡалаларға,нефткә бик бай. “Яртыһын тап” уйынында һүҙҙәрҙе бергә дөрөҫ ҡушһағыҙ, йылға, ҡала, район исемдәре килеп сығыр.
Стәрле иҙел
Аҡ баш
Ҡара ҡаҙар
Стәрле иҙел
Аш тамаҡ
3.Эште тикшереү. Башҡортостан картаһынан йылға, ҡала, район исемдәрен табыу.
4.Дәреслектәге ҡағиҙәне уҡыу.6- сы бит.
5.Дәфтәргә бөгөнгө числоны һәм ҡушма һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйыу.
6.3- сө күнегеү,4- се бит.
III. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү.
1.Өйрәнелгән ҡағиҙә буйынса һүҙҙәр уйлатыу. Миҫалға кеше исемдәрен килтереп, дәфтәргә яҙыу һәм тамырҙарын билдәләп ҡуйыу: Гөлбикә, Илнур, Илшат, Айбулат...
2.Дәреслектәге 5- се күнегеү, 5- се бит.
3.6- сы күнегеү, 6- сы бит. (телдән)
V. Дәрескә рефлексив анализ.
- Был дәрестә үҙең өсөн нимә алдың?
- Нимәгә өйрәндең?
- Нимә белдең?
VI. Баһалау.Өй эше биреү.
Ҡушма һүҙҙәрҙән торған 5 үҫемлек исемдәре яҙырға.







Приложенные файлы


Добавить комментарий