Конспект урока по родной башкирской литературе на тему Т.С??итов.Салауат?а-Салауат, Б.Рафи?ов.Салауатты? тыу?ан к?н? нис???


Тема: Т.Сәғитов.Салауатҡа-Салауат, Б.Рафиҡов.Салауаттың тыуған көнө нисәү?
Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.
Уҡыу- методик комплект: Әҙәби уҡыу.Башланғыс мәктәптең өсөнсө класы өсөн уҡыу китабы. Ике киҫәктә. 2- се киҫәк. Төҙ.- авт.: Мәүлийәрова Ә. Т.,Дәүләтшина М.С., Сынбулатова Ф. Ш.- Өфө:Китап, 2011.- Һүрәттәре менән 168 бит.
Маҡсат:
- хикәйәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу
- балаларҙа тыуған ергә, С.Юлаевҡа ихтирам сифаттары тәрбиәләү
һәләтен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәһе булдырыу
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
- шәхси: ыңғай әҙәп-әхлаҡ сифаттары үҙләштереү, алған белемдәрҙең әһәмиәтенә төшөнөү,үҙ аллы һәм төркөмдә эшләүгә ыңғай ҡараш булдырыу, Т.Тавасиевтың, Б.Рафиҡовтың ижадына ыңғай ҡараш булдырыу
- предмет: әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү, ундағы ваҡиғаларҙы аңлау, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, хикәйәнең темаһын һәм идеяһын асыҡлау, ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап табыу;
Метапредмет:
- коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм тиңдәштәре менән аралашыуҙы ҡороу, башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙ фекереңә ышандыра алыу, телдән һәм яҙма формала яуап биреү;
- танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр тексы өҫтөндә эшләү, дәреслектән һәм төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм айырып алыу, эҙләнеү характерындағы эштәрҙе башҡарыу, информацион- компьютер саралары ҡулланыу, ҡыҫҡартылған проект эше менән сығыш яһау, төшөнсә ҡуласаһы төҙөү, С.Юлаев образына ҡылыҡһырлама биреү;
- регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, кәрәк осраҡта үҙ эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү, алдағы дәрескә өй эше алыу, үҙ эшмәкәрлек һөҙөмтәһен баһалау.
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, экран, дәрескә презентация, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес планы:
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Ойоштороу ваҡыты.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле иртә!
-Һаумы, ҡояш,
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Мин сәләмәт, мин батыр,
Салауат кеүек батыр.
Яйлап ултырам хәҙер,
Дәрес тыңларға әҙер.( 1-се слайд)
II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү.
- Үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштек?( Өфө ҡалаһы тураһында)
- Балалар, баш ҡалабыҙ Өфөгә килгән ҡунаҡ тәүҙә ҡайҙа бара?(Салауат һәйкәленә)
- Әлбит тә шулай. Ағиҙелдең бейек ярынан, һәр юлсыны сәләмләп ҡаршы ала, йә оҙатып ҡуя С.Юлаевтың һәйкәле.
III. Уҡыу мәсьәләһе (проблемаһын) ҡуйыу.
1.С.Юлаев һәйкәле тураһында видеояҙма ҡарау. (2-се слайд)
-Хәҙер, һеҙгә видеояҙма ҡарарға тәҡдим итәм.
-С.Юлаевтың образын ҡайҙа күргәнегеҙ бар?(Башҡортостандың гербында,3-сө слайд)
2.С. Юлаевтың портреты.
-Ә кем ул С.Юлаев?(портреты,4-се слайд)
-Ниңә уға һәйкәл ҡуйылған? Һеҙ уның тураһында нимә беләһегеҙ?(уҡыусыларҙың яуаптары)
-Дөрөҫ. Һеҙҙең һөйләгәнегеҙҙе схемала күрһәтәйек.
Салауат Юлаев :батыр, шағир,сәсән,ҡурайсы, полководец.
-Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәбеҙ?Дәреслегегеҙҙең 74-се битен асығыҙ. Бөгөнгө уҡыясаҡ хикәйәнең исемен Наҙгөл уҡып ишеттерә һәм дәфтәрегеҙгә бөгөнгө көндө һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү). Уҡыу проблемаһын сисеү.
1.Эш дәфтәрендәге күнегеү. 1-се күнегеү,31-се бит
-Хикәйәлә аңлашылмаған һүҙҙәр бар.1-се күнегеү,31-се бит. Бирелгән һүҙҙәргә аңлатма яҙабыҙ.( 5-се слайд)
моратҡа ирешеү- добиться желаемого
рух- дух
пәйғәмбәр- пророк
ҡаһарман- батыр
миһырбанлы - изгелекле
-Афарин, уҡыусылар! Хикәйәне уҡый башлайыҡ.
2.Хикәйәне беренсе тапҡыр уҡыу.
3.Хикәйә буйынса һорауҙар.
-Тайфур Сәғитов Салауат Юлаевты кем тип атаған?(рух пәйғәмбәре,батыр, шағир, ил улы, аҡыл эйәһе, беҙҙең замандаш, милләт ҡото, даһи)
-Беҙ С.Юлаевты батыр тинек.
-Кем ул батыр? Ниндәй кешегә батыр тип әйтеп була?(фекер алышыу)
-Беҙ тыныс тормошта йәшәйбеҙ, әммә ҡайһы осраҡтарҙа беҙгә батырлыҡ эшләү кәрәк. Һөйләгеҙ әле, ниндәй батырлыҡ эшләгәнегеҙ бар?
-Батырлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
-Экрандағы мәҡәлдәрҙе уҡыйыҡ һәм яҙып ҡуяйыҡ. (6-се слайд)
-Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә
-Батыр яуҙа һынала.
-Егет ҡәҙерен ил белә.
-Яуҙан ҡасып ҡайтҡансы, яралы ҡайт.
V.Ял минуты.
Ял минуты бик кәрәк
Дәрестең уртаһында.
Төрлө хәрәкәттәр яһау
Арыуҙы оноттора.
1,2- уңға борол,
1,2- һулға борол,
1,2 –ҡулдарыңды
Тейҙереп ал аяҡҡа!
VI. Уҡыу мәсьәләһен нығытыу. Яңы белемде практикала ҡулланыу.
-С.Юлаевты шағир тинек. Кем шағир?
1.С.Юлаев шиғырҙары.
-Һеҙҙең арағыҙҙа шиғыр яҙыусы уҡыусылар бар. Әйҙәгеҙ, уларға һүҙ бирәйек.
(С.Юлаев тураһында шиғыр уҡыйҙар)
-Рәхмәт, урындарығыҙға ултырығыҙ.
-Мин һеҙгә аудиояҙманан С.Юлаевтың шиғырын тыңларға тәҡдим итәм(7-се слайд).
-С.Юлаев сәсән-импровизатор тинек. Кем ул импровизатор?(уҡыусыларҙың яуаптары)
-Талантлы һәм һүҙгә оҫта кеше нимә хаҡында булһа ла шунда уҡ яттан шиғыр йә йыр сығарһа, уны импровизатор тиҙәр.
-С.Юлаев-полководец. С.Юлаев Емельян Пугачевтың восстаниеһында ҡатнашҡан.Ул халыҡты азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәгән.
2. 2-се күнегеү, 31-се бит.
-С.Юлаев- беҙҙең замандаш тигән юлдарҙы нисек аңлайһығы?(үҙ аллы эш)
-Афарин!
-Тыуған көн йылына нисә тапҡыр була?
-Ә бит донъяға күп мәртәбә тыуған кешеләр ҙә була. Ул- Салауат Юлаев. Был беҙҙең киләһе хикәйә. Дәреслегегеҙҙең 76-сы битен асығыҙ, Артур артабан ниндәй хикәйә уҡыйбыҙ?(уҡыусы уҡып ишеттерә)
Тексты үҙләштереү өҫтөндә эш.
1.Үҙ аллы уҡыу.
2.Һорауҙарға яуап биреү.
-Уҡыусылар С.Юлаевтың тыуған көнө нисәү?
3.Таҡтала моделләштереү.
Беренсе тыуған көнө- батыр, шағир булып таныла
Икенсе тыуған көнө- тарихи роман, кино
Өсөнсө тыуған көнө- ҡала исеме
Дүртенсе тыуған көн- һәйкәл С.Д.Тавасиев
Бишенсе тыуған көнө- теплоход
Алтынсы тыуған көнө- опера З.Исмәғилев, балет
Етенсе тыуған көнө- хоккей командаһы.
-Бик яҡшы!
VI. Уҡыу мәсьәләһен нығытыу. Яңы белемде практикала ҡулланыу.
-Һеҙгә бәләкәй генә тест һорауҙары тәҡдим итәм.
VII. Йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.
-Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләштек?
-Ниндәй текстар уҡыныҡ?
-Эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?
-Эйе, бөйөк яҙыусыбыҙ Мостай Кәрим әйткәнсә, дошмандар милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты эҙәрлекләп, ни тиклем язалап, үҙен һәм ижадын көлгә осороп, юҡҡа сығарырға тырышмаһындар, халҡы уны юғалтманы, ижади мираҫын онотманы. Шулай итеп, мәҡәлдә әйтелгәнсә, Батыр үҙе үлһә лә,уның даны үлмәй-тигәне дөрөҫ. С.Юлаевтың башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәше, уның батырлыҡтары беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә һаҡланасаҡ. 
-Дәрес тамам, һау булығыҙ!



Приложенные файлы


Добавить комментарий