Конспект урока по родной башкирской литературе на тему Но?ман Мусин «Етем?к болан бала?ы»(4 класс)


Тема: Ноғман Мусин «Етемәк болан балаһы»
Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.
Уҡыу- методик комплект: Әҙәби уҡыу: Дөйөм белем биреү учреждениеларының дүртенсе класы өсөн уҡыу китабы. Ике киҫәктә.1- се киҫәк. Тулыландырылған 3- сө баҫма. / Төҙ.- авт.: Мәүлийәрова Ә. Т., Сынбулатова Ф. Ш.- Китап, 2012.- Һүрәттәре менән 180 бит.
Маҡсат:
- Ноғман Мусиндың биографияһы менән ҡыҫҡаса танышыу, хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға ҡылыҡһырлама биреү
- балаларҙа тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү сифаттары тәрбиәләү
һәләтен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәһе булдырыу
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
- шәхси: ыңғай әҙәп-әхлаҡ сифаттары үҙләштереү, алған белемдәрҙең әһәмиәтенә төшөнөү,үҙ аллы һәм төркөмдә эшләүгә ыңғай ҡараш булдырыу, тәбиғәткә дан йырлаусы,тәбиғәтте һаҡларға өндәүсе яҙыусы Ноғман мусин ижадына ыңғай ҡараш булдырыу
- предмет: әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү, ундағы ваҡиғаларҙы аңлау, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, хикәйәнең темаһын һәм идеяһын асыҡлау, образдарҙың ҡылыҡ-фиғеленә баһа биреү, ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап табыу;
Метапредмет:
- коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм тиңдәштәре менән аралашыуҙы ҡороу, башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙ фекереңә ышандыра алыу, телдән һәм яҙма формала яуап биреү;
- танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр тексы өҫтөндә эшләү, дәреслектән һәм төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм айырып алыу, эҙләнеү характерындағы эштәрҙе башҡарыу, информацион- компьютер саралары ҡулланыу, ҡыҫҡартылған проект эше менән сығыш яһау, төшөнсә ҡуласаһы төҙөү, образдарға ҡылыҡһырлама биреү;
- регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, кәрәк осраҡта үҙ эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү, алдағы дәрескә өй эше алыу, үҙ эшмәкәрлек һөҙөмтәһен баһалау.
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, экран, дәрескә презентация, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес планы:
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Ойоштороу ваҡыты.
- Хәйерле көн, ағастар!
Хәйерле көн, ҡоштар!
Хәйерле көн, тәбиғәт!
Хәйерле көн, дуҫтар!
- Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Урындарығыҙға ултырығыҙ.
II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү.
1.Тәбиғәт тураһында видео ҡарау. (1-се слайд)
- Уҡыусылар, беҙ ҡараған видеояҙма нимә тураһында? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Нимә ул тәбиғәт? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Һеҙ уны яратаһығыҙмы? Ни өсөн? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Тәбиғәт менән кеше ниндәй бәйләнештә тора? (уҡыусылар менән әңгәмә)
Уҡытыусы:
- Эйе, беҙгә аҙыҡты ла, кейемде лә, дарыуҙы ла, ғөмүмән йәшәү өсөн бөтә нәмәне тәбиғәт бирә.
2. Ребус сисеү.
Ошоға ҡағылышлы бер мәҡәлде ошо ребустан сисеп уҡыйыҡ әле. (2- 3-сө слайдтар)
“Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт”.
III. Уҡыу мәсьәләһе (проблемаһын) ҡуйыу.
1. Яҙыусының портреты менән танышыу.
- Уҡыусылар, портретта кем һүрәтләнгән? (Ноғман Мусин) (4- се слайд)
- Уның тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Дөрөҫ, 3 класта беҙ һеҙҙең менән Ноғман Мусиндың “Бүленгән- бөлөр” әҫәрен уҡығайныҡ.
- Яҙыусы нимә тураһында яҙған? Ниндәй темалар ҡыҙыҡһындыра уны? (уҡыусыларҙың яуаптары)
2. Интерактив таҡтала болан һүрәтен ҡарау. (5- се слайд)
- Таҡтала ниндәй хайуан төшөрөлгән?
- Ни өсөн ул бер үҙе? Уның ата- әсәһе ҡайҙа? (уҡыусыларҙың яуаптары)
Уҡытыусы:
- Атай- әсәй булмаһа, кешеме ул, кейекме уларға етемәк тиҙәр.
- Беҙ бөгөн дәрестә ниндәй яҙыусы менән танышабыҙ һәм уҡыясаҡ хикәйә нисек атала тип уйлайһығыҙ?
- Тимәк, бөгөн беҙ тәбиғәтте, уның байлығын, матурлығын данлаусы талантлы яҙыусы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре менән танышыуҙы дауам итәбеҙ.
- Дәреслегегеҙҙең 101- се битен асып, бөгөнгө теманы уҡып ишеттерегеҙ һәм эш дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. (уҡыусылар теманы уҡып ишеттерәләр)
IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү). Уҡыу проблемаһын сисеү.
2. Ҡыҫҡартылған проект сығышы. Яҙыусының тормош юлы һәм ижады буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү.
- Хәҙер, һүҙҙе Аҡанаева Эльвинаға бирәбеҙ.Ул Ноғман Мусиндың биографияһы менән һеҙҙе ҡыҫҡаса таныштырыр.
Ноғман Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Стәрлетамаҡта педагогия институтын тамамлағандан һуң Маҡар ауылынды эшләй. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, мәктәптә уҡыта, әҫәрҙәр яҙа башлай. Яҙыусы- Салауат юлаев исемендәге премия лауреаты, Халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ булыусы.
- Ҙур рәхмәт!
3. Текст менән танышыу.
а)Һүҙлек эше (5-се слайд )
- Хикәйәне уҡыр алдынан яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ.
Етемәк (етем)- сирота
Һайғау- нәҙек оҙон төҙ ағас
Типһән- тау, йылға буйындағы әҙ генә ҡалҡыуыраҡ урын.
б) Артикуляцион күнегеүҙәр.
- Тексты уҡыр алдынан телдәрҙе сарлап, артикуляцион күнегеүҙәр эшләп алайыҡ. (6- сы слайд)
Да-да-да-болан саба урманда,
Ды-ды-ды- иңләп-буйлап урманды,
Дә-дә-дә-барса бөжәк үләндә,
Ды-ды-ды-болан күреп ҡыуанды.
Рә-рә-рә- урман буйлап йүгерә,
Ра-ра-ра-урман буйлап саҡыра.
Рө-рө-рө- япраҡ ярған бөрө,
Рө-рө-рө- урманда тыныс йөрө.
V. Ял минуты.
2. Тексты уҡыу. Тексты уҡытыусы уҡый башлай, аҙаҡ уҡыусылар уҡыуҙы дауам итә.
4. Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуаптар.
Борон замандарҙан уҡ философтар бергә йыйылып, тормош тураһында фекер йөрөткәндәр, бәхәсләшкәндәр. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, һеҙ-философтар. Уҡыған хикәйә буйынса әңгәмә ҡорорбоҙ.
- Һеҙгә хикәйә оҡшанымы?
- Ни өсөн хикәйә «Етемәк болан балаһы» тип атала?
- Әҫәрҙе уҡығанда һеҙҙә ниндәй тойғолар уянды?
- Әҫәрҙең төп геройҙары кемдәр?
- Ни өсөн әҫәрҙең геройҙары Күксәне һаҡлап алып ҡала алманылар?
VI. Уҡыу мәсьәләһен нығытыу. Яңы белемде практикала ҡулланыу.
1.Хикәйә буйынса төҙөлгән планды тәртипкә килтереү. Эш дәфтәре 33- сө бит, 1- се күнегеү.
Төркөмдәр менән эш.
- Һеҙгә хикәйә буйынса төҙөлгән планды тәртипкә килтерергә кәрәк
План:
- Етем болан балаһын өйгә алып ҡайтыу.
- Олатайым менән һарына йыябыҙ.
- Инә болан-бүреләр ҡорбаны.
- Олатайым урманға йыйына.
- Күксә башҡа ҡайтманы.
- Яҙ халыҡты аслыҡтан ҡотҡарыр.
- Олатай, бүреләр!
- Болан балаһының әсәһе янына килеүе.
- Ҙурайған күксәне иреккә ебәреү.
- Күксәне юғалтыу. (яуаптарҙы тикшереү)
- Афарин!
2. Һайланма уҡыу.
- Яҙыусы боланды нисек итеп һүрәтләүен хикәйәнән табып уҡып ишеттерегеҙ. (103-сө бит)
- Яҙыусы тәбиғәтте нисек һүрәтләй? Уҡып ишеттерегеҙ.
- 108- се биттәге олатайҙың һүҙҙәрен табып уҡыйыҡ, ошо һүҙҙәрҙә ниндәй фәһемле фекер ята?
-... йыртҡыстан ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ. Әҙәмдәрҙең йыртҡыстан да яманырағы була шул...
- Ошо һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ? Кем ул яман кеше? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Әйҙәгеҙ, яман һүҙенә синонимдар уйлайыҡ. (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Әҫәрҙең төп фекере нимәлә? (уҡыусылар менән әңгәмә)
- Изгелек ҡылыу, тәбиғәтте һаҡлау.
- Ни өсөн етемәк боланды һаҡлап алып ҡала алманылар? (уҡыусыларҙың әңгәмәһе)
- Уҡыусылар, хайуандарҙы, ҡоштарҙың кәмеүенең сәбәбе нимәлә? (уҡыусыларҙың яуаптары)
Уҡытыусы:
- Урмандарҙы ҡырҡыу, баҫыуҙарҙы ашлағанда ағыулы химикаттар менән ағыулыу, йылға һәм күлдәргә бысраҡ һыу ағыҙыу, эсәр һыуҙы бысратыу, браконьерлыҡ һ.б. сәбәптәрҙән килеп сыға.
- Уҡыусылар, браконьерлыҡ һүҙен нисек аңлайһығыҙ? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Беҙең республика урмандарында ниндәй хайуандар йәшәй?
- Беҙҙең Стәрлебаш районы урмандарында ниндәй хайуандар йәшәй?
- Слайдҡа ҡарап әйтегеҙ әле, был яҙыу ҡайҙа урынлашҡан? (Арслан ауылы юлындағы плакат “Урманды һаҡлағыҙ” һәм мышы һүрәте) 7- се слайд
- Ошо яҙыу нимәне аңлата? (уҡыусылар менән әңгәмә)
- Һандары кәмегән хайуандарҙы, ҡоштарҙы, үләндәрҙе ниндәй китапҡа индерәләр? (8- се слайд)
Ҡыҙыл китапты күрһәтеү.
- Хайуан, ҡоштарҙы һаҡлап алып ҡалыр өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?
Уҡытыусы:
1. Өс ҡурсаулыҡ булдырылды — Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтары. Ошо майҙанда хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең һирәк осрай торған төрҙәре һаҡлана.
2. Айырым йәнлектәргә һунар рөхсәт ителгән 15 дәүләт заказнигы һәм дарыу үләндәрен һаҡлау өсөн 12 заказник ойошторолған. 148 тәбиғәт объекты тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителде.
3. Урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләһе лә хәл ителә — баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары булдырыла, ағас үҫенделәре ултыртыла, урманда янғынды иҫкәртеү саралары күрелә, мәктәп урман хужалыҡтары һәм йәшел патрулдәр эшләй.
4. Хайуандарҙы һаҡлау һәм тулыландырыу өсөн дә күп нәмә эшләнә: ҡиммәтле йәнлек төрҙәре үрсетелә башланы.
5. Күп йәнлектәр һаҡ аҫтына алынды.
6. Күлдәргә, һыу һаҡлағыстарға һәм быуаларға селбәрәләр ебәрелеп балыҡ үрсетелә.
7. Һунар итеү һәм балыҡ тотоу ваҡытын һәм урынын күҙәтмәгән браконьерҙарға ҡаршы көрәш алып барыла.
VII. Йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.
- Бөгөнгө дәрестә уҡыған хикәйә нисек аталды?( таҡтала болан һүрәтен йәбештереү)
- Афарин,уҡыусылар!
- Һәр бер йән эйәһе өсөн иң ҡәҙерле нәмә- ул тормош. Тормош ул һәр кем өсөн берәү генә һәм төрлө төҫтә. Шуның өсөн үҫемлек, хайуандар, кешеләр тормошон һаҡларға, ҡәҙерләргә тейешбеҙ.”Тәбиғәтте һаҡлау- Тыуған илде һаҡлау,”- тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит.
Музыка аҫтында шиғыр уҡыу.
Тәбиғәтте һаҡлайыҡсы,дуҫтар!
Һаҡлайыҡсы таҙа һыуҙарҙы,
Хуш еҫ бөрккән нәфис сәскәләрҙе,
Урмандарҙы,сикһеҙ ҡырҙарҙы.
Бөтәһен дә һаҡлайыҡсы, дуҫтар,
Ҡарап ҡына ситтән уҙмайыҡ.
Беҙҙең иң ҙур байлыҡ-тәбиғәткә-
Ярҙам ҡулыбыҙҙы һуҙайыҡ!
VIII. Өйгә эш. Болан тураһында белгәндәрҙе яҙырға. Белмәгәндәрҙе китаптарҙан йәки интернеттан эҙләргә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Әҙәби уҡыу: Дөйөм белем биреү учреждениеларының дүртенсе класы өсөн уҡыу китабы. Ике киҫәктә.1-се киҫәк.Тулыландырылған 3- сө баҫма. / Төҙ.-авт.: Мәүлийәрова Ә. Т., Сынбулатова Ф.Ш.- Китап,2012. - Һүрәттәре менән 180 бит.
2. Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар / Автор-төҙөүселәре: М. И. Баһауетдинова, Г. Н. Йәғәфәрова.- Өфө: «Китап», 2003.- 52 бит.










Приложенные файлы


Добавить комментарий