«Конспект урока по родной башкирской литературе на тему М. ?хм?тшин»Бер урам малай?ары «


Тема: Марс Әхмәтшин «Бер урам малайҙары»
Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.
Уҡыу- методик комплект: Әҙәби уҡыу: Дөйөм белем биреү учреждениеларының дүртенсе класы өсөн уҡыу китабы. Ике киҫәктә.1- се киҫәк. Тулыландырылған 3- сө баҫма. / Төҙ.- авт.: Мәүлийәрова Ә. Т., Сынбулатова Ф. Ш.- Китап, 2012.- Һүрәттәре менән 180 бит.
Маҡсат:
- Марс Әхмәтшиндың биографияһы менән ҡыҫҡаса танышыу, хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға ҡылыҡһырлама биреү
- балаларҙа тыуған ергә, дуҫлыҡҡа ыңғай сифаттар тәрбиәләү
һәләтен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәһе булдырыу
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
- шәхси: ыңғай әҙәп-әхлаҡ сифаттары үҙләштереү, алған белемдәрҙең әһәмиәтенә төшөнөү,үҙ аллы һәм төркөмдә эшләүгә ыңғай ҡараш булдырыу, яҙыусы Марс Әхмәтшин ижадына ыңғай ҡараш булдырыу
- предмет: әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү, ундағы ваҡиғаларҙы аңлау, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, хикәйәнең темаһын һәм идеяһын асыҡлау, образдарҙың ҡылыҡ-фиғеленә баһа биреү, ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап табыу;
Метапредмет:
- коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм тиңдәштәре менән аралашыуҙы ҡороу, башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙ фекереңә ышандыра алыу, телдән һәм яҙма формала яуап биреү;
- танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр тексы өҫтөндә эшләү, дәреслектән һәм төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм айырып алыу, эҙләнеү характерындағы эштәрҙе башҡарыу, информацион- компьютер саралары ҡулланыу, төшөнсә ҡуласаһы төҙөү, образдарға ҡылыҡһырлама биреү;
- регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, кәрәк осраҡта үҙ эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү, алдағы дәрескә өй эше алыу, үҙ эшмәкәрлек һөҙөмтәһен баһалау.
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, экран, дәрескә презентация, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес планы:
Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше,
                                                                                  Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше.
                                                                             Ҡоштоң көсө – ҡанатында,
                                                                      Дуҫлыҡта кеше көслө.
(С. Әлибаев.)
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Ойоштороу ваҡыты.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!Бер-берегеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, йылмайыу-ул кәйефте күтәрә, эшкә дәрт өҫтәй.
1.Ҡыңғырау шылтыраны,
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.
Китап-дәфтәрҙәр әҙер,
Тотонайыҡ беҙ эшкә.
2.     Фонетик күнегеү.
Кә-кә-кә, мин киләм мәктәпкә,
Ға-ға-ға, мин сығам таҡтаға,
Ты-ты-ты, мин алам китапты,
Де-де-де, өйрәнәм мин телемде
II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү.
1.Өй эшен тикшереү
-Дәресте өйгә эште тикшереүҙән башлайыҡ.Өйгә эшкә таблица тултырырға ине. Бер яҡ бағанаға Рәзинәнең эшләгән эштәрен, ә икенсе бағанаға үҙегеҙ башҡарған эштәр.
-Һеҙгә Рәзинә оҡшанымы? Уның менән дуҫ булыр инегеҙме?(уҡыусыларҙың яуаптары)
III. Уҡыу мәсьәләһе (проблемаһын) ҡуйыу.
1.Әкиәт-йомаҡ.
-Уҡыусылар, һеҙ әкиәттәр тыңларға, шиғырҙар уҡырға яратаһығыҙ.Бөгөнгө теманы асыҡлар өсөн мин һеҙгә бер әкиәт-йомаҡ һөйләп ишеттерәм.Иғтибар менән тыңлағыҙ. Борон-борон заманда ғаиләһе менән бер кеше йәшәгән.Бер төндө уларҙың ишеген өс кеше шаҡый. Хужаның өйө бик бәләкәй булған. Хужа уларҙан:
-Кем унда?
-Беҙ Дуҫлыҡ, Бәхет, Байлыҡ.Ҡайһыбыҙҙы саҡырһаң, шул инер.
-Берегеҙ генә инегеҙ. Минең өйөм бәләкәй, тигән.
-Хужа кемде саҡырған, тип уйлайһығыҙ?(уҡыусыларҙың яуаптары)
-Дөрөҫ, дуҫлыҡты саҡырған. Дуҫлыҡ өйөгә ингәс, ғаиләһенә бәхет тә, байлыҡ та, тыныслыҡ та килгән.
-Шулай итеп, уҡыусылар, кем әйтә, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ? (уҡыусыларҙың яуаптары)
-Кем ул дуҫ һеҙҙеңсә, кемгә дуҫ тип өндәшәбеҙ?(фекерҙәрҙе тыңлау)
-Дөрөҫ, дуҫ-ул парталашың, бергә уйнаған иптәшең, класташың...
-Дуҫ ниндәй булырға тейеш?( ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы, ҡыйыу, ышаныслы)
-Ә нимә ул дуҫлыҡ?
-Һеҙҙең дуҫығыҙ бармы?
-Кешегә дуҫ кәрәкме?
-Кемдәр, нимәләр араһында дуҫлыҡ була ала?(уҡыусыларҙың яуаптары)
-Дуҫлыҡ яҡын кешеләр араһында ғына түгел, төрлө милләт кешеләре араһында ла була. Беҙҙең республикала төрлө милләт кешеләре йәшәй. Беҙ бер-беребеҙ менән татыу йәшәйбеҙ.Ошо дуҫлыҡ монументы ла халыҡтар дуҫлығын һынландыра. Республикабыҙҙа ғына дуҫлыҡҡа арналған тантаналы саралар үткәрелмәй ,беҙҙең районда дуҫлыҡҡа арналған бик күп саралар үткәрелә.
-Бөгөнгө дәрестең эпиграфын бергәләп уҡыйыҡ.
Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше,
Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше.
Ҡоштоң көсө – ҡанатында,
Дуҫлыҡта кеше көслө.
(С. Әлибаев.)
2.Аңлатмалы һүҙлектән дуҫлыҡ терминын эҙләү.
-Дуҫлыҡ- ул бик ҙур төшөнсө. Дуҫлыҡ терминын Руфина менән Эльвина аңлатма һүҙлектән табырҙар.
-Рәхмәт, ҡыҙҙар!
3.М.Әхмәтшиндың портреты.
-Портретта кем һүрәтләнгән?( Марс Әхмәтшин) (1-се слайд)
Марс Әхмәтшин-балалар өсөн хикәйәләр авторы. Яҙыусы ҡыйыу һәм яҡты образдарҙы тыуҙырыуға ирешкән.Бөгөн уның хикәйәһе менән танышырбыҙ.
IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү). Уҡыу проблемаһын сисеү.
-Дәреслегегеҙҙең 72-се битен асығыҙ, хикәйә нисек атала?( Бер урам малайҙары).Эш дәфтәрегеҙҙең 21-се битен асып бөгөнгө көндө һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
-Был хикәйә нимә тураһында буласаҡ?( урам малайҙарының дуҫлығы тураһында)
1.Һүҙлек эше.(2-се слайд)
-Хикәйәне уҡыр алдынан һүҙҙәргә аңлатма бирәйек:
аяғын ҡаймыҡтырҙы- быуынын сығарҙы, вывихнул
шәфҡәт - сочувствие, сострадание
сауҡалыҡ- березняк, березовая роща
сәкәләшеп алабыҙ - ругаемся әҙерәк шыттырыу- обман
2.Текст менән танышыу.
-Хикәйәне уҡый башлайыҡ. Беренсе бүлекте уҡытыусы уҡый. Бүлектән һуң һорауҙарға яуап биреү.
-Беренсе бүлектә нимә тураһында һүҙ бара?
Икенсе бүлекте уҡыр алдынан ял итеп алайыҡ.
V. Ял минуты
Бер – ҡулдарҙы алға һуҙабыҙ,
Ике – уларҙы беҙ күтәрәбеҙ,
Өс – яҡ-яҡҡа беҙ һуҙабыҙ,
Дүрт – ҡулдарҙы төшөрәбеҙ,
Бер, ике, өс – беҙҙә дуҫлыҡ, беҙҙә көс.
2. Икенсе бүлекте уҡыу.
3. Хикәйә буйынса һорауҙар.
-Хикәйә оҡшанымы?
-Был хикәйәнең төп геройҙары кемдәр?
-Улар нимә эшләйҙәр?
VI. Уҡыу мәсьәләһен нығытыу. Яңы белемде практикала ҡулланыу.
1.Төркөмдә эш.
Эш дәфтәре, 2-се күнегеү, 22-се бит.
Малайҙарға ҡылыҡһырлама яҙыу.
-Ике төркөмгә буленәйек тә был образдарға характеристика бирәйек. Һеҙҙең эшегеҙҙе еңеләйтер өсөн мин терәк һүҙҙәр яҙҙым. Ошо терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып тиҙ генә характеристика әйтәбеҙ.Абделғәзиз менән Рафаэльға бөтөнләй икенсе төрлө эш-улар малай һүрәтен буяйҙар( артабан һүрәттәр таҡтаға эленә, ҡылыҡһырлама уҡыла)
-Афарин, уҡыусылар! Бик яҡшы!
Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр.
-Дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр.
1.Дуҫ булһаң,дуҫ ҡәҙерен онотма.
2.Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер,яу килгәндә йән бирер.
3.Дуҫ-дуҫтың көҙгөһө.
4.Дуҫ илатып өйрәтер,дошман көлдөрөп көйрәтер.
5.Дуҫ килгән көн-байрам көн.
6.Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.
(3 слайд)
2.Үҙ-аллы эш, 4-се күнегеү, 23-сө бит.Әҫәргә тап килгән мәҡәлде тамғаларға.
-Афарин, уҡыусылар!
VII. Йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.
-Беҙ бөгөн дәрестә ниндәй автор менән таныштыҡ?
-Уның ниндәй хикәйәһен уҡыныҡ?
-Дуҫ ниндәй булырға тейеш? (ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы, ҡыйыу, ышаныслы һүҙҙәрен сәскә таждарында күрһәтергә)
-Хикәйәнең төп фекере нимәлә?
-Тимәк, һәр беребеҙ ысын дуҫ булырға тырышайыҡ, сәскә таждарыында яҙылған сифаттарҙы юғалтмайыҡ.Дәрестең эпиграфын тағы бер ҡат уҡып сығыу.
- Дәрес темаһы аңлашылдымы?
- Ауырлыҡтар булдымы?
-Ниндәй эштәр бик еңел булды?
- Үҙегеҙҙең эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?


Приложенные файлы


Добавить комментарий