«Л. Я?шыбаева»Кеше ???е»(4 класс)»


Тема: Лира Яҡшыбаева «Кеше һүҙе»
Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.
Уҡыу- методик комплект: Әҙәби уҡыу: Дөйөм белем биреү учреждениеларының дүртенсе класы өсөн уҡыу китабы. Ике киҫәктә.1- се киҫәк. Тулыландырылған 3- сө баҫма. / Төҙ.- авт.: Мәүлийәрова Ә. Т., Сынбулатова Ф. Ш.- Китап, 2012.- Һүрәттәре менән 180 бит.
Маҡсат:
- Лира Яҡшыбаеваның биографияһы менән ҡыҫҡаса танышыу, хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға ҡылыҡһырлама биреү
- балаларҙа тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү сифаттары тәрбиәләү
һәләтен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәһе булдырыу
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
- шәхси: ыңғай әҙәп-әхлаҡ сифаттары үҙләштереү, алған белемдәрҙең әһәмиәтенә төшөнөү,үҙ аллы һәм төркөмдә эшләүгә ыңғай ҡараш булдырыу, тәбиғәткә дан йырлаусы,тәбиғәтте һаҡларға өндәүсе яҙыусы Ноғман мусин ижадына ыңғай ҡараш булдырыу
- предмет: әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү, ундағы ваҡиғаларҙы аңлау, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, хикәйәнең темаһын һәм идеяһын асыҡлау, образдарҙың ҡылыҡ-фиғеленә баһа биреү, ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап табыу;
Метапредмет:
- коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм тиңдәштәре менән аралашыуҙы ҡороу, башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙ фекереңә ышандыра алыу, телдән һәм яҙма формала яуап биреү;
- танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр тексы өҫтөндә эшләү, дәреслектән һәм төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм айырып алыу, эҙләнеү характерындағы эштәрҙе башҡарыу, информацион- компьютер саралары ҡулланыу, ҡыҫҡартылған проект эше менән сығыш яһау, төшөнсә ҡуласаһы төҙөү, образдарға ҡылыҡһырлама биреү;
- регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, кәрәк осраҡта үҙ эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү, алдағы дәрескә өй эше алыу, үҙ эшмәкәрлек һөҙөмтәһен баһалау.
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, экран, дәрескә презентация, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес планы:
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Ойоштороу ваҡыты.
-Һаумыһығыҙ, һаумы әле!
Шундай йылы һүҙ икән.
Һәр күңелде иретерлек,
Һәр кемгә лә үҙ икән.
Кемдәр уны уйлап тапҡан
Матурлап өндәшергә.
Яйы килһә, ихлас итеп
Иркенләп һөйләшергә.
( М.Дилмөхәмәтов)
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Урындарығыҙға ултырығыҙ.
2.     Фонетик күнегеү. слайд 1
Кә-кә-кә, мин киләм мәктәпкә,
Ға-ға-ға, мин сығам таҡтаға,
Ты-ты-ты, мин алам китапты,
Де-де-де, өйрәнәм мин телемде
II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү.
1.Өйгә эш тикшереү.
III. Уҡыу мәсьәләһе (проблемаһын) ҡуйыу.
1.Ребус сисеү.
КҮҘ(ҺҮҘ)
-Нимә ул һүҙ?
-Һүҙҙәр ниндәй була? (уҡыусыларҙың яуаптары-яҡшы, яман)
2.Һүҙ тураһында мәҫәл ҡарау.
-Һеҙҙең ихтибарығыҙға мәҫәл тәҡдим итәм.
-Был мәҫәлдә нимә тураһында һүҙ бара?( уҡыусыларҙың яуаптары)
-Афарин, уҡыусылар!
-Һүҙҙең көсө ҙур. Бер генә насар һүҙ менән кешене көйҙөрөргә лә, бер генә яҡшы һүҙ менән кешене тынысландырырға ла була.
-Беҙ бөгөн уҡыясаҡ хикәйә нимә тураһында буласаҡ?
-Нисек уйлайһығыҙ, хикәйәлә нимә тураһында һүҙ бара?
3. Яҙыусының портреты менән танышыу.
- Уҡыусылар, портретта кем һүрәтләнгән? (Лира Яҡшыбаева) слайд 3
IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү). Уҡыу проблемаһын сисеү.
1.Яҙыусының тормош юлы һәм ижады буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү.
Ғафури районында изге, саф күңелле, халыҡ ижадын яратҡан, бик дәртле халыҡ йәшәй. Шуларҙың береһе − Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева. Ул1947-се йылдың 17-се февралендә Сәйетбаба ауылында тыуған. Унда йәшәгән халыҡтың башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауы, туғанлыҡ хистәрен өҙмәүе, халыҡ ижадын һөйөүе, йолаларын ихтирам итеүе бала саҡтан кескәй Лира күңелендә тыуған еренә һөйөү тәрбиәләй. Бәлки, шуның өсөн дә үҙенең киләсәген бары тик башҡорт теле уҡытыусыһы тип күргәндер.
V. Ял минуты.
Бер – ҡулдарҙы алға һуҙабыҙ,
Ике – уларҙы беҙ күтәрәбеҙ,
Өс – яҡ-яҡҡа беҙ һуҙабыҙ,
Дүрт – ҡулдарҙы төшөрәбеҙ,
Бер, ике, өс – беҙҙә дуҫлыҡ, беҙҙә көс.
2.Һүҙлек эше.
хәтирә-
яманһыу-
һағыш-
ҡәтғи фекер-
һонтор-
мөнәсәбәт-
3. Тексты уҡыу. Тексты уҡытыусы уҡый башлай, аҙаҡ уҡыусылар уҡыуҙы дауам итә.
VI. Уҡыу мәсьәләһен нығытыу. Яңы белемде практикала ҡулланыу.
1. Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуаптар.
-Хикәйәнең төп геройҙары кемдәр?
-Миләүшә +Мансур тигән яҙыу нимәне аңлата? слайд5
-Мансур менән Миләүшәнең дуҫлығына нисек ҡарайһығыҙ?
-Ни өсөн балалар уларҙы үсекләйҙәр?
-Балаларҙың үсекләүҙәренә нисек ҡарайһығыҙ?
-Мансур менән Миләүшәгә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
2.Мәҡәлдәр менән эш.
-Экрандағы мәҡәлдәрҙең дауамын табып әйтегеҙ
-Яҡшы һүҙ балдан татлы.
-Йылы һүҙ йәнде иретер
-Кеше һүҙе кеше үлтерә.
-Яҡшы һүҙ – һөйөндөрә, яман һүҙ – көйөндөрә.
-Яҡшы һүҙ – йәнгә рәхәт, яман һүҙ – йәнгә йәрәхәт.
-Был хикәйәгә ҡайһы халыҡ мәҡәле тура килә? Ни өсөн?
VII. Йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.
-Беҙ бөгөн дәрестә ниндәй автор менән таныштыҡ?
-Уның ниндәй хикәйәһен уҡыныҡ?
-Хикәйәнең төп фекере нимәлә?
- Дәрес темаһы аңлашылдымы?
- Ауырлыҡтар булдымы?
-Ниндәй эштәр бик еңел булды?
- Үҙегеҙҙең эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?
VIII. Өйгә эш.
Һүҙҙең ҙур көскә эйә булыуын ошондай буклет иҫегеҙгә төшөрөп торһон.
                           Һүҙҙәр ҙә бит хас кешеләр кеүек:
Берәүҙәре тора ҡысҡырып,
Икенсеһе –артыҡ баҫалҡы ла,
Өсөнсөһө хатта ҡурҡыныс...
Тик барыбер һүҙҙәр донъяһында
Кеше хужа, кеше аҡылы,
Һүҙ бит үҙе кеше асылы һәм
Кеше бөйөклөгө, ялҡыны.
Ә.Вәхитов



Приложенные файлы


Добавить комментарий